Logo of the site

Статья из журнала "Агидель"

Журнал Агидель Предлагаем Вашему вниманию статью Салавата (Усмана) Кильдина, напечатанную в октябрьском (№10) 2015 г. номере журнала "Агидель".
Статья написана на башкирском языке.

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

ИМАНЛЫ ХАЛЫҠ – КИЛӘСӘКЛЕ

Миллиардтарса кешенең меңәр йылдар һуҙымында үҙ-үҙен һынаған дини тәғлимәт һаман да йәшәүен дауам итә һәм бер быуын донъялыҡтан киткәндән һуң тағы ла шунсама кеше дингә килә икән, тәғлимәттәрҙең тәғлимәте – дин. Икенсе һүҙ менән әйткәндә – кешелектең йәшәү Конституцияһы. Мораҙым бей ишандың нәҫеле, көслө рухлы, арҙаҡлы шәхесебеҙ Салауат Килдин менән ҡорған әңгәмәбеҙҙә һүҙ иман, дин, халыҡ яҙмышы хаҡында бара.

– Һәр халыҡтың мәҙәни донъяһында үҙе тотҡан диненең әһәмиәтенә килгәндә, иң тәүҙә, моғайын да, әхлаҡи ҡиммәттәр юҫығында ҡарау урынлылыр. Хәйер, был хәл-күренеш аксиомаға тиң. Сөнки кешелек үҫешенең дини баҫҡысы һәр халыҡты тик яҡшылыҡ, тик изгелек, тик ғәҙеллек юлына сығарыу маҡсатында барлыҡҡа килгән. Тарихтан шуны ла беләбеҙ: динде, Аллаһы Тәғәләне инҡар иткән, мәжүсилек йолаларына тоғро ҡалған ҡәүемдәр һәм халыҡтар Ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡан йә Хаҡ Тәғәлә уларҙы башҡа халыҡтар менән алыштырған.

Миҫалға Ҡөрьәндең “Һуд” сүрәһендә һүҙ барған мәдйән халҡының аяныслы яҙмышын килтерергә булыр ине. “Мәдйән халҡына үҙҙәренең туғаны Шөғәйепте ебәрҙек. Ул әйтте: “Эй, халҡым! Аллаға ҡоллоҡ ҡылығыҙ. Унан башҡа һеҙҙең илаһ юҡ! Оҙонлоҡ, ауырлыҡ үлсәүҙәрендә хыянат итмәгеҙ. Рәхәттә йәшәгәнегеҙҙе күрәм дә, килер көндөң язаһынан һеҙҙең өсөн ҡурҡам. Эй, халҡым! Ғәҙеллек менән үлсәгеҙ, кешегә зыян килтермәгеҙ. Донъяға боҙоҡлоҡ таратып йөрөмәгеҙ! Хәләл кәсеп менән тапҡан мөлкәтегеҙ һеҙгә хәйерлерәк, мөьмин булһағыҙ. Мин һеҙҙең өсөн һаҡлаусы түгел!” – тине. Улар: “Эй, Шөғәйеп! Һинең доғаң ата-бабабыҙ табынған илаһты ташларға, малыбыҙҙы теләгәнсә тотонмаҫҡа ҡушамы ни? Һин бит күндәм инең, хаҡ юлдан алып бара инең”, – тине. Ул: “Эй, халҡым! Раббым миңә асыҡ аяты менән яҡшы өлөш биргәс, һеҙҙең һүҙҙе тип, Ул тыйғанды тотмаһам... Уйланығыҙмы шуны? Мин хәлемдән килгәнсә төҙәтергә генә тырышам. Миңә Аллаһ ҡына ярҙам итә. Мин Уға тапшырҙым. Уға ялбарам. Эй, халҡым! Минән айырылыу һеҙҙе гонаһҡа төшөрөп, Һуд йәки Салих халҡының хәленә ҡалдырмаһын. Луттың халҡы ла һеҙҙән алыҫ түгел. Раббығыҙҙан ғәфү үтенегеҙ, шунан тәүбә итегеҙ. Ысынлап та, Раббым рәхимле, ярлыҡаусан”, – тине. Улар: “Эй, Шөғәйеп! Һин һөйләгәндең күбеһен беҙ аңламайбыҙ. Беҙҙең арала һинең көсһөҙ икәнең күренеп тора. Ырыу хаҡын уйламаһаҡ, беҙ һине таш менән бәргеләп ташлар инек. Беҙгә бит һин ғәзиз түгел”, – тине. Ул әйтте: “Эй, халҡым! Минең ырыу һеҙгә Аллаһтан ҡәҙерлерәкме ни? Нишләп Аллаһты сит итәһегеҙ? Ысынлап та, Раббым һеҙ ҡылған эштәрҙе белеп тора. Эй, халҡым! Ҡулығыҙҙан килгәнсе эшләгеҙ. Мин дә эшләрмен. Кемгә хурлыҡлы яза булырын, кемдең алдаҡсы булғанын шунан белерһегеҙ. Көтөгөҙ, мин дә һеҙҙең менән бергә көтәм”, – тине. Беҙҙең әмер (яза) барғас, Беҙ Шөғәйепте һәм рәхмәтебеҙ төшөп, уның менән бергә иман килтергән кешеләрҙе ҡотҡарҙыҡ. Золом ҡылыусылар үҙәк өҙгөс тауыш менән һәләк ителде, ә иртәнсәк улар үҙ өйҙәрендә йөҙтүбән йығылып ята ине...” (84 – 94-се аяттар.)

Был аяттарҙа һүҙ ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡан мәдйән халҡы тураһында бара. Унда шулай уҡ юғалыуға дусар ителгән ғәд, ҫәмүд халыҡтары телгә алына. “Һуд” сүрәһенең 50 – 65-се аяттарында ғәд халҡына туғандары Һудтың, ҫәмүд халҡына туғандары Салихтың ебәрелеүе, әммә уларҙың Аллаһты танымайынса, мәдйән халҡы кеүек, юғалыуға дусар булыуы бәйән ителә. Ҡөрьәндә тағы ла бик күп халыҡтарҙың ошондай аяныслы яҙмышҡа дусар булыуы хаҡында мәғлүмәт бар. Һеҙ ошо хәлгә нисек ҡарайһығыҙ? Халыҡтар тормошонда диндең ролен ниҙә күрәһегеҙ? Әйтәйек, Аллаһы Тәғәләгә мөнәсәбәт халыҡтың асылында сағылыш табамы?

– Бисмилләәһир рахмәәнир рахиим! Барлыҡ көс – Аллаһы Тәғәләнән һәм беҙ һәр саҡ Унан ярҙам һорарға тейешбеҙ, беҙ көсһөҙбөҙ, беҙ һәр саҡ мохтажбыҙ Аллаһы Тәғәләнең мәрхәмәтенә. Бисмилләәһи – Күктәрҙә һәм Ерҙә барса байлыҡтарҙы, белемдәрҙе асыусы иң мөһим асҡыс. Был формулаға Берҙән-бер һәм Мәңгелек Раббы Үҙенең өс мең Изге Исемдәренең мәғнәүи ҡеүәтен һалған: Уның мең Исеме тик Фәрештәләргә асыҡ, Пәйғәмбәрҙәргә – мең, 999 исеме – Изге Китаптарҙа һәм иң Бөйөк Исеме Аллаһтың Үҙенә генә билдәле. Барса был исемдәр Бисмилләәһ формулаһына һыйған. Шулай булғас, Аллаһы Тәғәләнең әмере менән һәр эшебеҙҙе, аҙымыбыҙҙы Бисмилләәһир Рахмәәнир Рахиим менән башлайыҡ.

Һорауыңа яуап былай: әлбиттә, Аллаһы Тәғәләгә мөнәсәбәт халыҡтың асылында туранан-тура сағылыш таба. Ниндәй генә халыҡты алһаң да, урыҫ халҡынмы, төрөк халҡынмы, ғәрәп халҡынмы, Европа ҡитғаһы халыҡтарынмы, Азия ҡитғаһы ҡәүемдәренме, һәр халыҡтың үҙенсәлеге Аллаһы Тәғәләгә мөнәсәбәтенән башлана. Беҙ урыҫты православие динендәге милләт, итальянды – католик, инглизде протестант итеп беләбеҙ. Беҙҙең халыҡтың үҙенсәлеге лә Аллаһы Тәғәләгә мөнәсәбәтендә сағыла, Әлхәмдулилләһи, ул Ислам динендәге мосолман кешеһе. Ата-бабаларыбыҙ үҙенең мосолманлығын, Аллаһы Тәғәләгә яҡынлығын, ислам динендә булыуын тарихтағы оло ҡаһарманлығы, фиҙаҡәрлеге менән иҫбат иткән. Беҙҙең халыҡ бүтән динде ҡабул итмәгән. Ислам дине беҙгә мең ярым йыл элек 630 йылда пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд с.ғ.с. сәхәбәләре Зәйет улы Зөбәйер, Зөбәйер улы Абдрахман, Талха улы Усман аша килеп еткән.

 

Ни өсөн ата-бабаларыбыҙ ислам динен үҙ ирке менән ҡабул итте икән? Быға Мәүләнә шәйех Нәҙим шулай яуап бирҙе: “Сөнки ата-бабаларығыҙ үҙҙәренә ебәрелгән пәйғәмбәрегеҙ Урал ғәлиәссәләм аша Хоҙай Тәғәлә биргән әмеренә тоғро ҡалып, ихласлыҡта булған”, – тине. Ислам динен беҙҙең ата-бабаларыбыҙ, әле ғәрәптәрҙең күпселек өлөшө баш тартҡан саҡта уҡ, төркиҙәрҙән беренсе булып ҡабул иткән.

Һәр халыҡтың киләсәге лә дин менән бәйле. Иман менән бәйле. Әле донъяла глобализация бара, элегерәк коммунизация, унан алдараҡ империялизация барҙы. Уларҙың барыһының да асылы бер үк. Улар халыҡтарҙы бөтөрөү, тигеҙләү, халыҡтарҙың, дәүләттәрҙең араһын юҡ итеүгә килтерә. Глобалләшеү халыҡтарҙың алдында торған иң ҙур һынау, сөнки унда бер халыҡҡа ла урын юҡ. Был һынау иң беренсе нәүбәттә дингә, беҙҙең Аллаһы Тәғәләгә мөнәсәбәтебеҙгә төшә. Глобализацияны үткәреү өсөн һәр халыҡҡа, һәр ғаиләгә, һәр кешегә һөжүм бара. Төрлө сығанаҡтар аша уларға әхлаҡһыҙлыҡ, иманһыҙлыҡ, тәртипһеҙлек, енәйәт, фәхишәлек индерелә. Ошондай шарттарҙа халыҡ, ғаилә, кеше үҙ-үҙен яҡлайым һәм һаҡлайым, тиһә, Аллаһы Тәғәлә беҙгә бүләк иткән берҙән-бер тәртип бар. Беҙҙең өсөн ул тәртип – ислам дине. Беҙ ошо тәртиптә булһаҡ ҡына үҙебеҙгә килгән бик ауыр һынауҙарға ҡаршы тора аласаҡбыҙ. Аллаһы Тәғәләгә, дингә мөнәсәбәт халыҡтың асылын билдәләй тиеү генә аҙ, ғөмүмән, иманһыҙ халыҡтың киләсәге юҡ. Миңә күп райондарҙа, ауылдарҙа йөрөргә, халыҡ менән осрашырға тура килә. Аллаға шөкөр, халҡыбыҙ иманға ҡайта.

– Глобализация Аллаһы Тәғәлә барлыҡҡа килтергән халыҡтарҙың араһын юйыуға йүнәлтелгәс, был “ция”ны беҙ Аллаһы Тәғәләгә, диндәргә, барлыҡ кешелек донъяһына ҡаршы ойошторолған диверсия итеп тә ҡабул итә алабыҙ түгелме? Сөнки, әгәр ҙә кешелек тарихына боролоп ҡараһаҡ, әле кешелектең халыҡтарға бүленмәгән ностратик дәүерҙә кешелек һәләкәткә дусар була яҙа. Йәғни тик бер телдә һөйләшкән ҡәбиләлә атаның улын, әсәнең ҡыҙын танымауы, туғандарҙың бер-береһенең йәнен ҡыйыуы башланып, кешеләр хайуан халәтендә ҡала. Ошонан һуң Хоҙай кешелекте ҡотҡарыу маҡсатында халыҡтарҙы барлыҡҡа килтерә. Күреүебеҙсә, халыҡтарҙың барлыҡҡа килеүендә кешелекте һәләкәттән ҡотҡарыу маҡсаты ята. Хәҙер глобализация һылтауы менән ошоноң тап киреһе күҙәтелгәс, был “ция”ның аҙағы ни менән бөтөрө билдәле инде. Тимәк, Хоҙай Тәғәлә бар иткән халыҡтарҙы һаҡлау – кешелекте һаҡлауҙың иң ышаныслы һәм дөрөҫ юлы. Бындай һаҡланыуҙың ябай ғына асылы ла аңлашылып тора: бәләкәй мобил төркөмдәрҙе һаҡлау дөйөм массаны һаҡлауға ҡарағанда күпкә уңайлыраҡ һәм еңелерәк. Һәр бер халыҡ, милләт үҙ-үҙен һаҡлап ҡалһа, һөҙөмтәлә кешелек тә һаҡлана һәм яҡлана. Әгәр ҙә үҙенең милләтен танымаған космополиттарға ошо ҡағиҙәне аңлатып бирһәк, улар илай-илай, кемуҙарҙан йүгереп үҙ милли асылдарына ҡайтыр ине. Бында милли асылға ҡайтыу бер үк ваҡытта дини асылға ҡайтыу ҙа, тип аңлашыла ала. Аңлауыбыҙса, уларҙың икеһе бергә ҡушылһа, ундай кешенең ниндәй ҡөҙрәткә эйә булаһын күҙ алдыбыҙға килтерә алабыҙ.

Эйе, яйлап дингә ҡайтыу бара. Тик бында дингә ҡайтыуҙың бер күңелһеҙ күренеше менән дә осрашырға тура килә, Салауат ағай. Ул да булһа, дин эсендә төрлө йүнәлештәрҙең барлыҡҡа килеүе. Атайым мәрхүм Ғүмәр хажи Үтәбаев һуңғы һулышына тиклем дин юлында булып, ауылыбыҙ мәсетенең имам-хатибы бурысын атҡарҙы. Бер көн уның янына йәш егеттәр килеп инеп, намаҙын боҙоп: “Олатай, һин дөрөҫ уҡымайһың. Намаҙға баҫҡанда аяҡты ошолайтып тарбайтып баҫырға, тегеләйтергә-былайтырға кәрәк”, – тип аҡыл өйрәтергә тотонған. “Әллә, беҙҙең ата-олатайҙар бына ошолайтып, минеңсә уҡыны. Үҙегеҙ белмәгән нәмәгә кешене өйрәтеп йөрөмәгеҙ”, тип әйтеп ул “аҡыл өйрәтеүсе“ләрҙе мәсеттән ҡыуып сығарған.

Мин ошоға оҡшаш йәмһеҙ күренештәрҙең сәбәбен шунда күрәм: был – дини ғилемдең етешмәүе, наҙанлыҡ һөҙөмтәһе. Тик наҙан кешенең генә ниндәйҙер яңы мәғлүмәт менән фекерләүен кинәт үҙгәртеп, үҙең теләгән йүнәлештә алып китергә була. Илебеҙҙе эске яҡтан тарҡатырға ынтылған көстәр ошо хәҡиҡәтте белгәнгә күрә лә, Шәреҡ илдәренә дини белем алырға барған егеттәр һәм ҡыҙҙар аша үҙҙәренең сәйәсәтен тормошҡа ашыра. Мин ауыл-ҡалаларыбыҙҙа динебеҙгә бәйле юҫыҡта күҙәтелгән ошондай йәмһеҙ күренештәрҙе тик шулай ғына аңлата алам. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгелдер...

– Эйе, беҙгә Ғәрәбстандан, Египеттан уҡып ҡайтыусыларҙың күбеһе яңылыҡ менән бергә бик ҙур яңылышлыҡ, хатта яңылышлыҡ ҡына ла түгел – аҙашыу ҙа алып ҡайта. ХХI быуат башы йәмғиәтебеҙҙең бик күп сирҙәрен көсәйтте. Рухи өлкәлә хәл айырыуса ҡотосҡос. Ваххабизм, салафизм, терроризм, экстремизм – был һүҙҙәр синонимға әйләнде. Беҙгә иң мөһимен аңларға кәрәк: былар ябай ғына һүҙ түгел, былар – һуғыш асыу һәм һуғышыу ҡоралдары, һуғыш технологиялары. Һуңғы 200 йыл эсендә уйлап сығарылған был ысул үҙенең ҡыйратыу көсөн тулыһынса күрһәтте. Беренсе тапҡыр элек бик көслө, ныҡлы иҫәпләнгән илдәрҙе эстән тарҡатыу өсөн ҡулланылған был саралар беҙҙең көндәрҙә Египетта, Ливияла, Сирияла, Ираҡта яуызлыҡ, ҡыйралыш килтереүсе булараҡ танылды. Ысулдың нигеҙендә граждандарҙың үҙ илдәрен үҙ ҡулдары менән тарҡатып, ҡырағайлыҡ һәм йыртҡыслыҡ кимәленә төшөрөүе, илдәре менән дошмандарҙың идара итеүе ята.

Беҙҙә лә ҡайһы бер “ғалимдар” “башҡорт салафизмы”(ваххабизм), “татар традицион исламы” тигән төшөнсәләрҙе ғилми ҡулланышҡа индерергә маташа. Икенсе төрлө әйткәндә, имеш, башҡорттарҙа традицион ислам булмаған, шуға Башҡортостанға ғына хас салафизм барлыҡҡа килде... Салафизм – бөтә ерҙә лә бер үк салафизм, ул Африкала ла салафизм. Салафизм (ваххабизм) – дин түгел, ҡан ҡойош, ығы-зығы тыуҙырыу идеологияһы. Дәүләттәрҙе генә түгел, бөтөн Ислам динен тарҡатыу, юҡ итеү идеологияһы. Әлеге ваҡытта донъялағы иң яман күренеш – ИГ (исламское госудрство). ИГ-ның төп нигеҙе һәм терәге – салафизм, ваххабизм. Улар ислам диненән ситтә тора һәм динде емерә.

Донъяла хаҡ Ислам дине һаҡланып ҡалған урындар бик аҙ. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ хаҡ Исламдың нурын беҙгә еткереү өсөн барыһын да эшләгән, илебеҙҙәге тыныслыҡ өсөн яуаплылыҡ хәҙер беҙгә йөкмәтелгән. “Ислам радикализмы” тигән уртаҡ исем йөрөтөлгән замана яуызлығы күренештәренә Ислам динендә ата-бабаларыбыҙ тотҡан Хаҡ юлға таянып ҡына ҡаршы тороп була.

“Минең сәхәбәләрем йондоҙ кеүек. Уларҙың ҡайһыһының артынан эйәрһәгеҙ ҙә, яңылышмаҫһығыҙ,” тигән Мөхәммәд пәйғәмбәр(с.ғ.с.) Беҙҙең алыҫтағы йондоҙҙарыбыҙ – мең йыл ярым элек ислам динен алып килеүсе сәхәбәләребеҙ Зәйет улы Зөбәйер, Зөбәйер улы Абдрахман, Талха улы Усман, яҡын йондоҙҙарыбыҙ – Зәйнулла, Ғабдулла, Ғатаулла ишандарыбыҙ, Мөжәүир хәҙрәттәребеҙ бар. Иманға ҡайтыуыбыҙҙың юлы шул, бүтән юлыбыҙ юҡ. Ата-бабаларыбыҙ теүәл, тоғро иманда булған. Башҡорт илен элек-электән әүлиәләр иле, тип атап йөрөткәндәр. Ул әүлиәләрҙе Аллаһы Тәғәлә Үҙенә тоғролоҡ өсөн биргән. Хоҙай Тәғәлә был донъяла ла, теге донъяла ла әүлиәләрҙең доғаларын ҡабул итә. Килгән ҡунаҡтарыбыҙҙың береһе: “Аллаға шөкөр, элек халҡығыҙ араһында күпме әүлиә булған, әле лә шунсама әүлиә. Тик күбеһе үҙенең әүлиә икәнлеген белмәй. Күбеһенә Аллаһы Тәғәлә рөхсәт итмәй, уларҙы күрһәтмәй, бик әҙе генә күренә...”

Беҙҙең халыҡ – Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтле халыҡ. Тарихыбыҙ ҙа шуны күрһәтә. Унда башҡорт халҡының күтәрелештәрен ҡараһаҡ, башҡорт халҡының үҙ динен, ерен, азатлығын һаҡларға ынтылыуы арҡаһында Рәсәй киңлегендә ислам дине һаҡланып ҡала. 

Үҙебеҙҙең ауылдың тарихынан ғына алам. Нисек итеп ата-олатамдар бер-бер артлы яуға күтәрелгән һуң? Табын ҡәлғәһен ҡыйратҡан өсөн 1734 йылда беҙҙең ауылдарҙы яндыралар. Шунан барса халыҡ Миәс яҡтарына, хәҙерге Белорет, Учалы тирәһенә, урман-тау араһына китә. Унда улар егерме йылдан ашыу йәшәй. Шунан ҡайтып, элекке ерҙәрен кире ҡайтарып алып йәшәй башлағас, күп тә үтмәй тағы ла ихтилалға ҡушылып китәләр. Был ниндәй аҡыл ул, тип уйларға ҡала. Халҡыбыҙ егерме йыл һайын ҙур күтәрелешкә сыҡҡан. Был осраҡта атай-олатайҙарыбыҙ йөрәк аша өҫтән килгән аңға таянып эш иткән. Ул – мәңгелек йәшәү хаҡындағы аң. Беҙ “Был донъяға ҡунаҡ булып, һынау өсөн ваҡытлыса килгәнбеҙ” тип әйтергә яратабыҙ. Ҡыҫҡаһы, был донъяның ваҡытлыса булғанын барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ. Беҙ ғүмерҙең ваҡытлыса булғанына донъяуи аҡыл менән бик тыныс ҡарайбыҙ, артыҡ ҡурҡып та бармайбыҙ. Йәшәгәндә был хәлгә артыҡ иғтибар итмәйбеҙ. Шул уҡ ваҡытта кеше икенсе нәмәне лә аңларға тейеш: ул мәңгелек өсөн яратылған. Уны хәҙерге ваҡытта аңлау бик һирәк. Шул мәңгелекте аңлаған аңыбыҙ ҡапланған. Ата-бабаларыбыҙ ана шул мәңгелекте аңлау кимәленә өлгәшкән. Мәңгелектең ҡиммәтен, хаҡын аңлаған. Был донъяла йәшәү, беренсенән, Аллаһы Тәғәлә алдында һынау, экзамен. Уның ҡушҡанын үтәп, тыйғанынан тыйылып ғүмер итеү, икенсенән, был донъя – кешелек өсөн Аллаһы Тәғәләнең бөйөк рәхмәте, шуға ла һәр кеше иманлы булып, был донъяла Аллаһҡа рәхмәтле булып йәшәргә тейеш. Бындай сифат һәр кешелә лә, һәр халыҡта ла булмай. Донъяла йәшәү бик ҡыҫҡа, ваҡытлыса, ә мәңгелектең ҡиммәте сикһеҙ. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ шундай аңда булған: улар иманһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмаған.

Ошо аң, ошо ҡараш аша ғына халҡыбыҙҙың меңдәрсә йылдар дауамында үткән ҡатмарлы юлын аңлап була. Ниндәй ауырлыҡтар аша үтһә лә, халҡыбыҙ юғалмаған, беҙҙең халыҡ ғүмерле халыҡ. Ул, ғүмер, Аллаһы Тәғәләнең бүләге. Халҡыбыҙға бирелгән йәшәү көсө, йәшәү ҡеүәте – мәңгелектән, сикһеҙлектән...

Ысын шағирҙарға ошоно аңлау шиғыр рәүешендә бирелә, әммә улар бының ни өсөн шулай икәнлегенә төшөнөп етмәй. Башҡа кешеләргә ҡарағанда уларҙа был аң күберәк, тик улар, асылып бөтмәүе арҡаһында, бының асылын аңламай. Халҡыбыҙ иманһыҙ йәшәгән кешенең мәңгелектә ниндәй ауырлыҡҡа дусар булырын алдан белгән, күргән. Һәр хәлдә, быны күреүсе, аңлаусы һәм башҡаларҙы тәрбиәләүсе кешеләр күп булған. Шул яҡтан ғына ҡараһаң, ни өсөн халҡыбыҙ ислам диненә тоғро булғанлығы аңлашыла. Шуның өсөн дә ситтән килеүселәр: “Халҡығыҙ Аллаһы Тәғәләнең һөйөклө, тоғро халҡы, сөнки ул иманлы халыҡ. Иншалла, халҡығыҙ ошо рәүешле Ҡиәмәт көнөнә барып етер”, – тигәндәр. Алтынға нәжес йоҡмай, тиҙәр. Тышын таҙартҡас та уның алтынлығы күренә. Иманға баҫыу менән халҡыбыҙ үҙ асылына ҡайтасаҡ, иншалаһ.

Мәңгелек тураһында уйланыуға Рәшит Назаровтың бер шиғырын уҡығас ҡайттым. Математика фәнен өйрәнгәндә лә “Нимә була икән ул сикһеҙлек? Минус сикһеҙлек, плюс сикһеҙлек нимә була?” тип уйлана торғайным. Уйлаһаң, мәңгелек – ул осо-ҡырыйы булмаған киңлек... Рәшит Назаров быны аңлаған. Сикһеҙлек һәм мәңгелек тураһында уның ике шиғырында тәрән әйтелгән. Береһе, «Үҫеүсе киңлек», икенсеһе «…Торам донъя уртаһында».

Журнал Агидель

Читайте статью непосредственно на сайте журнала "Агидель"


Скачать статью